Ул 15 августҡа билдәләнгән. Ирекмәндәр Николаевка, Байһаҡал, Төлөк, Яңы Хөсәйен ауылдары яғынан тау түбәһенә илткән һуҡмаҡты сүптән таҙартмаҡсы. Сараны ойоштороусылар ҡалдыҡтарҙы алып китеү кәрәклеге тураһында иҫкәртеүсе билдәләр ҡуя.Өмәне Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы һәм “Йәшел Башҡортостан” хәрәкәте уҙғара. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы сайтында танышырға була.