+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 16:00

Хәйбулла оҫтабикәһе – Миләүшә Хәкимова

Сигелгән хайуандар һәм төрлө пейзаждар.

Хәйбулла районында йәшәүсе оҫтабикә ҡул эше сәнғәте менән 20 йыл тирәһе шөғөлләнә. Был ваҡыт эсендә ул илле-алтмыш картинаға йән өрә.Бөгөн күп кенә ҡул эше оҫталары араһында сигеү сәнғәте айырым популярлыҡ менән файҙалана, күптәрҙең яратҡан шөғөлөнә әүерелә. Миләүшә Хәкимованың һәр бер эше уның күңел торошон, ғүмеренең билдәле бер этабын сағылдырған хеҙмәт емеше.Бүлмә интерьеры өсөн картиналарын үҙенсәлекле итеү маҡсатында Миләүшә Хәкимова канвала рәсем сигеү техникаһын да үҙләштерә. Оҫтабикәнең эштәре йыш ҡына ауыл һәм район күргәҙмәләрен биҙәй. Заманса сигеү йыйылмалары ҡул оҫтаһының хеҙмәтен бер аҙ еңелләштерә. Шулай ҙа иң мөһиме – был шөғөлдә түҙемлек һәм фантазия, тип бүлешә оҫтабикә.
Читайте нас: