+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 11:00

Өфөнөң төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәрен трамвай юлы тоташтыра

Был тема хөкүмәттә уҙған "Төҙөлөш сәғәте" кәңәшмәһендә ҡаралды.

Трамвай юлын Рәсәй урамынан үткәреү тәҡдим ителә. Уның оҙонлоғо 10 километр була. Киләсәктә ошо электр транспортын Инорс һәм Сипайлово микрорайондарына ебәреү планлаштырыла. Республика башлығы Радий Хәбиров ҙур проектты федераль бюджеттан финанслау өсөн документ әҙерләргә ҡушты.“Трамвай пассажирҙар ташыусы төп транспорт сараһына әйләнеүе ихтимал. Ул бөтә бөтә йәһәттән отошло”, - тигән фекерҙә иҡтисад фәндәре докторы Зифҡәт Сәйетғәлиев.Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, геология белгесе Рәсих Хәмитов та трамвайҙарға өҫтөнлөк биреүҙе хуплай. Уның фекеренсә бөгөн Өфөлә метро төҙөү мәсьәләһе лә ҡаралырға тейеш.Киләсәктә Дим һәм Затон микрорайондарына ла трамвай рельстары һуҙыу планлаштырыла.
Читайте нас: