+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 12:00

Урмандарҙы һаҡлауҙа - һанлы технологиялар

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы базаһында видеоконференция форматында кәңәшмә үтте.

Бының өсөн һанлы-мәғлүмәт технологиялары ҡулланыла башлаясаҡ. Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы базаһында видеоконференция форматында эре бизнес-компаниялар - телерадиокоммуникация һәм элемтә өлкәһендә лидер йәмғиәт вәкилдәре менән кәңәшмә үтте. Кәңәшмәлә урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин, урмандарҙы һаҡлау һәм яҡлау бүлеге башлығы Динил Әхмәтов һәм республиканың Урман янғындарын киҫәтеү һәм һүндереү үҙәге етәксеһе Айрат Йосопов ҡатнаштылар. Осрашыу барышында урман янғындарын асыҡлау, киҫәтеү һәм урман закондарын боҙоуға ҡаршы көрәш өлөшөндә хеҙмәттәшлек һәм һанлы-мәғлүмәт технологиялары ҡулланыу мәсьәләләре буйынса фекер алыштылар. - Пилот проекты видеокүҙәтеү сараларын ҡулланыуҙы, янғын сығыу нөктәләрен һәм ағасты законһыҙ киҫеү урындарын фотоға төшөрөүҙе күҙ уңында тота, - тип һөйләне урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин. - Махсус саралар ҡулланыу ут сығыу нөктәһе асыҡланғандан һуң беренсе сәғәттәрҙә үк янғынға ҡаршы көстәрҙең оперативлығын, шулай уҡ янғын усаҡтары урынын билдәләү теүәллеген арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Видеоконтент, шулай уҡ, янғын һүндереү көстәрен һәм сараларын оптималь урынлаштырыу мөмкинлеген бирәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Экология” милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы 2019 йылдан “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнаша. Урмандарҙы һаҡлауҙы тәьмин итеү маҡсатынан быйылға ла етди бурыстар билдәләнгән.
Читайте нас: