+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 11:00

«ТЫУҒАН ЯҠТАРЫМДАН ЕЛДӘР ИҪӘ»

Ырымбур өлкәһендә башҡорт телендә шиғырҙарҙы яттан һөйләүселәрҙең конкурсы бара

Ырымбур өлкәһендә «ТЫУҒАН ЯҠТАРЫМДАН ЕЛДӘР ИҪӘ» исемле башҡорт телендә шиғырҙарҙы яттан һөйләүселәрҙең онлайн-конкурсы бара. Уның ойоштороусылары – Ырымбур өлкәһенең мәғариф министрлығы, БР халыҡтар дуҫлығы йорто, Ырымбур өлкәһенең башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге.
Сара башҡорт телен өйрәнеү һәм һаҡлап ҡалыу мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтеү, үҙ халҡының мәҙәниәтенә һәм традицияларына хөрмәт тәрбиәләү, телде өйрәнеү мәсьәләһенә ата-әсәләрҙе йәлеп итеү, шулай уҡ уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асыу маҡсатында үткәрелә.
Онлайн-конкурста Ырымбур өлкәһендә йәшәүселәр саҡырыла. Бының өсөн 25 авгусҡа тиклем [email protected] электрон адресына заявка һәм видеояҙма ебәрергә кәрәк.
Конкурстың йомғаҡтары 27 августа БР халыҡтар дуҫлығы йорто сайтында билдәле буласаҡ.
Бөтә һорауҙар буйынса ошо телефон буйынса мөрәжәғәт итергә: 8-987-056-22-84.
Читайте нас: