Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ошо турала яҙҙы. Бөгөндән вице-премьер вазифаһын Азат Баҙранов ала. Ул милләт-ара һәм дин-ара мөнәсәбәттәр өсөн яуаплы була.Ҙур, этник яҡтан бай республика өсөн берҙәмлекте нығытыу кәрәк. Яңы тәғәйенләнгән вице-премьер был эште лайыҡлы башҡарып сығыуына ышанам тип яҙа Радий Хәбиров.Азат Баҙрановҡа 33 йәш. Ул әлегә тиклем Республика башлығының ижтимағи-сәйәси идаралығы етәксеһе булды.