+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2020, 17:00

Журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Гүзәл ХӘМИТОВА:

Мин музыка белгесе, фольклорсы.Йырҙың нисек тыуыуы рельефҡа бәйле. Бөрйән башҡорттары һаҡ, үҙенә йомолған халыҡ. Таулы, урманлы, тын тәбиғәтле урында шундай уҡ йырҙар тыуа, баҡһаң. Федоровка яҡтарында, мәҫәлән

Мин музыка белгесе, фольклорсы.Уҡытыусым – Фәрит Камаев, мәрхүм инде. Әле уның мираҫын ташҡа баҫтырыу өҫтөндә эшләйем. 2012 йылда “Башҡорттоң 400 йыры” тигән китап сығарғайным, хәҙер электрон версияһын эшләргә тигән хыялым бар. Музыка фольклоры менән ҡыҙыҡһыныуыма Фәрит ағай, шул һиңә ҡыҙыҡмы, тип һорап ҡуйғаны булды. Әлбиттә, тим, сөнки әсәйем ғүмер буйы халыҡ йырҙарын йырланы. Үҙем йырламайым, мин – теоретик. Башҡорт фольклоры менән ҡыҙыҡһынған теоретиктар беҙҙә юҡ. Ә бит диссертация ла яҙа башлағайным, матбуғатта донъя күргән хеҙмәттәрем бар ине, ҡыҙыҡ тема ла һайлағайным... Йырҙың нисек тыуыуы рельефҡа бәйле. Бөрйән башҡорттары һаҡ, үҙенә йомолған халыҡ. Таулы, урманлы, тын тәбиғәтле урында шундай уҡ йырҙар тыуа, баҡһаң. Федоровка яҡтарында, мәҫәлән, тауҙар юҡ, шул арҡала халыҡ йырҙарында мелизматика сағылмай. Баймаҡта, Ирәндек тауҙары яғында тыуған йырҙар тулыһынса мелизматика менән һуғарылған, орнаментҡа ҡоролған. Дала яҡтарында боролоштары киң тынлы йырҙар тыуғаны күҙәтелә. Халыҡ барыһын да күрә, тоя бит ул, һәм күргән-кисергәндәрен йырға һала.
Читайте нас: