+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2020, 13:58

«Ҡымыҙфест–2020» еңеүселәре билдәле булды

«Ҡымыҙфест» республика байрамы быйыл тәү тапҡыр онлайн-форматта үтте.

«Ҡымыҙфест» республика байрамы быйыл тәү тапҡыр онлайн-форматта үтте. Башҡорт халҡының ҡымыҙ эшләү буйынса этномәҙәниәтен үҫтереүгә һәм пропагандалауға, милли йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән, боронғо башҡорттарҙың кәсебен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү маҡсаты менән үткән сараның ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм «Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто» дәүләт бюджет учреждениеһы.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ҡымыҙҙы презентациялаған видеояҙма (видеоролик) әҙерләргә кәрәк ине. Роликта ҡымыҙҙы етештереүҙе күрһәткән кадрҙар булырға тейеш. Бөтә ҡатнашыусыларҙың да видеороликтары «Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто»ноң YouTube-каналында урын алды.
Конкурста Башҡортостандың төрлө райондарынан ҡымыҙ яһаусылар ҡатнашты. Шулай уҡ Рязань өлкәһенән дә ҡатнашыусы булды.
Жюри эштәргә йомғаҡ яһап, «Ҡымыҙфест» еңеүселәрен түбәндәгесә билдәләне:
1-се урын – Әминева Гөлназ (ААЙ «Тамьян»), Әбйәлил районы;
2-се урын – «ВНИИ коневодства», Рязань өлкәһе, Рыбновский район, Дивово ҡасабаһы;
3-сө урын – Сәлимова Альбина, Бүздәк районы, Күзәй ауылы.
Өҫтәмә номинациялар:
«Әүҙем ҡатнашҡан өсөн» – Рәхмәтуллина Гүзәлиә, Баймаҡ районы, Бәхтигәрәй ауылы;
«Иң билдәле ҡымыҙ» – Шәмсетдинова Алена, «Ҡыҙыл Яр» рус тарихи-мәҙәни үҙәге методисы – «Йоматау» шифаханаһынан алынған видеоматериалдарға нигеҙләнеп эшләгән.
Конкурстың еңеүселәре Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йортоноң дипломдары һәм приздары менән бүләкләнәсәк.
Читайте нас: