-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2020, 19:49

Янғын

Шабырлатып ямғыр яуып уҙһа...Аллаһы Тәғәлә ишеткәндер, күрәһең, Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның шиғыр юлдарынИке көн туҡтамай ямғыр яуа

Янғын
Табалағы ҡурмас кеүек ҡыҙаЕр өҫтөндә бөгөн һәр нәмә.Тынды ҡурған төтөн аша юлдыТаба алмай әле һәрмәнәм.
Ҡайнар ергә аяҡ баҫып булмай.Күк көмбәҙе бейек. Ап-аяҙ.Болоттарҙы һағынып, бөгөн, шағир,Ямғырҙарҙан илһам тап та яҙ!Күк көмбәҙе бейек. Ап-аяҙ.
Ҡабул итмәй мейе был эҫене.Ҡоролоҡтан йонсой бөтә ер.Шабырлатып ямғыр яуып уҙһаҺәр кемдең дә күңеле бөтәйер.
Эй, Хоҙайым! Зинһар йәлләй күрсеЯнған урмандағы айыуҙы,Текә тояҡ һылыу ҡоралайҙы!Белһәң икән, Аллам, аяуҙы!!!
Кеше, ярай, гонаһтарға батҡан.Уҡытырға янғын бер сәбәп.Әммә ялҡын уртаһында дөрләйГонаһһыҙ ҙа йәнлек, бөрсәләй!
Эй, Хоҙайым, ҡурсып мәхлүктәрҙе,Яуындарҙы ебәр мул итеп!...Ялбарыуы шулдыр, ағас күккәБотаҡтарын һонған ҡул итеп...Тәнзилә Дәүләтбирҙина
Читайте нас: