+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2020, 20:00

«Ер һүҙе» кинопроектына рәхим итегеҙ!

Унда ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул ителә башланы

«Ер һүҙе» халыҡ-ара белем биреү кинопроектында ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул ителә. Быйыл проект онлайн-форматта үтәсәк.
Ойоштороусылары – БР кинематографистар союзы, Булат Йосоповтың киномәктәбе һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Проект БР башлығы грантына һәм Граждандар йәмғиәте үҫешенә булышлыҡ итеү фонды грантына тормошҡа ашырыла.
Кинопроекта 18 йәштән өлкән булған кешеләр ҡатнаша ала. Милли үҙенсәлеген, мәҙәниәтен, туған телен һаҡлап ҡалырға теләгән һәр кем һайлап алыу турына заявка ҡалдырырға мөмкин. Һайлап алыу бәйгеһен үткәндәр бушлай кино төшөрөү серҙәренә уҡыясаҡ. Проект йомғаҡтары буйынса барлығы 50 сценарий әҙерләнәсәк. Шуларҙың яртыһы буйынса нәфис йә документаль фильм, ролик йә клип төшөрөләсәк.
Былтыр конкурста 15 кеше уҡыуҙан һуң рус, башҡорт, татар, марий, сыуаш телдәрендә фильмдар төшөрҙө. Проект эштәре социаль селтәрҙәрҙә популярлыҡ яуланы.
Кинопроектта ҡатнашыу өсөн заявканы рәсми сайтта тултырырға мөмкин.
Читайте нас: