+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Август 2020, 14:15

ЮЛ КҮРҺӘТКЕСТӘРЕ ӨС ТЕЛДӘ БУЛҺЫН!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты туристар навигацияһы билдәләрен һәм күрһәткестәрен ҡуйыу буйынса эш алып бара.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты туристар навигацияһы билдәләрен һәм күрһәткестәрен ҡуйыу буйынса эш алып бара.Был билдәләр, күрһәткестәр туристарҙы Башҡортостандың иҫтәлекле урындарына, тәбиғәт һәм археология ҡомартҡыларына, музейҙарға һәм һәйкәлдәргә йүнәлтәсәк. Улар федераль, төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы юлдарҙа ҡуйыла. Шулай итеп, быйыл 30 авгусҡа тиклем төбәктә йәмғеһе 1500 билдә ҡуйылыу планлаштырыла. Әлеге ваҡытта был эш Өфөлә һәм Бөрөлә әүҙем алып барыла. Ошондай уҡ күрһәткестәр республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә барлыҡҡа киләсәк. Туристик навигация билдәләре Р57581-2017 дәүләт стандарттары буйынса әҙерләнә һәм туризм өлкәһендәге мәғлүмәт билдәләре дөйөм талаптарына яуап бирә. Билдәләрҙе, күрһәткестәрҙе эшләгәндә аҡ-һоро төҫтәр һәм айырым шрифт файҙаланылған. Туристик йәһәттән үҫешкән илдәрҙә тап ошондай билдәләр файҙаланыла. Федераль һәм төбәк тәғәйенләнешле юлдарҙа ҡуйылған билдәләрҙең исеме рус һәм инглиз телдәрендә яҙылған. Күрһәткестәрҙә шулай уҡ кәрәкле урынға тиклем арауыҡ билдәләнгән. Был иһә беҙгә донъяның төрлө мөйөшөнән килгәндәргә мәғлүмәтте тиҙ аңларға ярҙам итәсәк. Башҡорт телендәге мәғлүмәтте иһә объекттарҙың үҙендә ҡуйыу тәҡдим ителә.Был яңылыҡ буйынса Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының ошо арала үткән сираттағы ултырышында ла фекер алышынды.
Читайте нас: