+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Август 2020, 16:00

Сибай театр-концерт берләшмәһендә - яңы йырсы

Лариса Сафуанова

Сибай театр-концерт берләшмәһендә -яңы йырсы - Лариса Сафуанова. Өфө дәүләт сәнғәт академияһынан һуң хеҙмәт юлын Башҡортрстан телерадиокомпанияһында хәбәрсе булып башлай. "Башҡорттар" тапшырыуҙар циклын әҙерләүҙә ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта вокал оҫталығын да үҫтерә сәнғәт йәнле ҡыҙ. "Юлдаш йыры" конкурсына сыға.Әлеге ваҡытта сәнғәт академияһында вокал буйынса юғары белем алыуын дауам итә.Әлегә Лариса тамашасы менән осрашмаған. Яңы миҙгелгә лә күп ҡалманы. Хәйер, филармонияның "Донъя матур" исемле яңы концерт программаһында ҡатнашып, коллектив эсендә генә күренгән әле. Үҙенсәлекле тауышлы йырсы тигән баһа алыуы ишетелде.Ярай, Ларисаға профессиональ сәхнәлә бары тик яңы балҡыштар, уңыштар теләйек!
Читайте нас: