Өс ҡыҙ тимер юл буйлап барғанда ыжғырып килгән ике поезд уртаһында ҡалғандар. Ситтән ҡарап тороусылар "Былар өсөһө лә үлгәндер инде..."- тип уйлағандар. Әммә, ғәжәпкә ҡаршы, өс ҡыҙ ҙа иҫән була. Ҡыҙҙар янында ғына йөрөгән шайтандар үҙ - ара бәхәсләшә башлай: - Һин ниңә беренсеһен поезд аҫтына ырғытманың? - Ырғыта алманым шул, ул бит иртәнән намаҙ уҡып, Аллаһы Тәғәлә менән килешеп ҡуя, уға бер нисек тә зыян эшләп булмай! - Ә һин ниңә икенсеһен ырғытманың? - Ырғытырға , ул бит юлға сығыр алдынан "Аятел Көрси" не өс тапҡыр уҡый. Тейеп булмай уға! - Ә өсөнсөһөн? Ул бит ни Аллаға, ни муллаға ышанмай! - Шулайын шулай ҙа, ләкин ул өйҙән сығып киткәндә уның әсәһе: "Иҫән - һау йөрөп ҡайт,ҡыҙым, Аллаһы Тәғәлә ташламаһын, һаҡлап йөрөтһөн үҙеңде!"- тип доға уҡып оҙатып ҡалды. Бар, тейеп ҡара һин уға!- ти. Балаларыбыҙҙы һәр ваҡыт матур теләктәр теләп, доғалар уҡып оҙатып ҡалайыҡ дуҫтар!!! Барыһына ла имен- аман әйләнеп ҡайтырға яҙһын.