+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Август 2020, 22:15

Эшләпәһен баҫып кейгән

Эшләпәһен баҫып кейгәнТөшөрөп ҡашына уҡ,Эшләпәһен сисеп алһаң,Ҡаш түгел башы ла юҡЙомаҡты ҡойоп та бөттөм, әллә күпме яуап ишеттем :

«Бәшмәк», «Гөмбә», - тине бер ҡыҙыҡай,
Бер малай әйтте: «Мәшкәк».
Тәүге яуап - иң дөрөҫө,
Китапса була - «бәшмәк»,
Эшләпәһен алып ҡайттым,
Ана, мейестә бәшмәк!
Бәшмәктәр башһыҙ булһа ла бик фырт: кешегә эшләпәһеҙ күренмәйҙәр тиерлек. Ярай әле шулай итәләр - баш кейемдәре булмаһа, уларҙың ҡайһыһын ашарға ярай, ҡайһыһын ярамай икәнен ҡайҙан белер инек? Башлыҡтары ниндәй фасонлы әле ул! Ярпылдаҡ бәшмәктең (лопастник курчавый) ҡалпағы бөҙөркә-бөҙөркә, строчоктыҡы - тубырсыҡ кеүек. Шуға уны башҡорттар тубырсыҡбаш тип атай ҙа. Ҡаракүлгә оҡшаған һырлы-һырлы бүрек кейгәне - бүрекбаш (сморчок). Быжыр бәшмәктең (веселка) исеме лә бүркенә ҡарап бирелгән. Башҡорттар элгәре бәшмәкте бик ҡулланмаған, шуға уларҙың исемдәре лә әллә ни күп төрлө һәм ҡупшы түгел. Урыҫтар иһә иҫ киткес матур атамалар биргән - борондан яратҡан ризыҡтары булғас ни!
Читайте нас: