+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2020, 12:35

ЯНҒЫН ХӘҮЕФҺЕҘЛЕГЕ

Янғынды һүндереүгә ҡарағанда, иҫкәртеү еңелерәк

Янғынды һүндереүгә ҡарағанда, иҫкәртеү еңелерәк
Бына инде август айы ла етте. Һәр бер кеше йәйҙең һуңғы айында һыу инеп, тәбиғәткә һоҡланып, ял итеп ҡалырға теләй. Шул уҡ ваҡытта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмағыҙ. Башҡортостанда июль айы янғындары ун йыллыҡ рекордты уҙып үтте. Бик күп урман, йәнлектәр, үҫемлектәр юҡҡа сыҡты. Янғын хәүефе көҙгө ямғырҙарға тиклем һуҙыла, шуға күрә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һеҙҙең иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: - усаҡты урманда махсус урындарҙа ғына тоҡандырығыҙ; - тәмәке төпсөгөн, шырпыны теләһә ҡайҙа ташламағыҙ. Уны һүндерергә онотмағыҙ; - китер алдынан һүнмәгән усаҡты ҡалдырмағыҙ; - шешә һәм быяла ташламағыҙ. Улар аша төшкән ҡояш нурҙары ут ҡабыҙа ала; - янғын сыҡҡанын күрһәгеҙ, 01, 112 телефондарына шылтыратып хәбәр итегеҙ.
Читайте нас: