+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2020, 13:30

"СУЛПАН" ТЕАТРЫНДА ЯҢЫ СПЕКТАКЛЬ

"Тылсымлы ҡурай"https://vk.com/video-16495789_456239425?list=f025d1dd6d2aeaae53

Һәр өлкәлә классикаға өҫтөнлөк бирәм. Әҙәбиәттән башлап...Зауығым шулай, күрәһең.Театр сәнғәтенә лә һөйөүҙе классик әҫәрҙәр уятҡайны...Театрҙар һуңғы йылдарҙа йүнәлештәрен үҙгәртә бара. Яңыса ҡараш өҫтөнлөк итә...Яңы быуын режиссерҙары ҡулында театрҙар. Ә күбеһе Мәскәүҙә оҫталыҡ алған."СУЛПАН" ТЕАТРЫНЫҢ ЯҢЫ СПЕКТАКЛЕ ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ УЯТТЫ. Башҡорт халыҡ әкиәте "Тылсымлы ҡурай" буйынса режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевтың яңы эше менән танышыу бәхетенә эйәмен. Ҡыйын булһа ла заманса ижад ителгән, ординар булмаған эштәрҙе лә ҡабул итергә өйрәнергә кәрәктер тигән һығымтаға килдем. Уның ана шулайыраҡ стилдәге "Прометей"ын ҡарауы ауыр булғайны. МОСТАЙ Кәримдең классикаһы "Ташлама утты, Прометейҙы!" бала саҡта күргән инем бит.Ә бына "Хыялға ҡаршы " исемлеһен шедевр тиер инем. Яңыса сығарылған "Ҡыҙ урлау"ына барырға планлаштырғанда ғына карантин иғлан ителгәйне. Яҡты киләсәктә уныһын да рәхәтләнеп тамаша ҡылырмын, иншаллаһ!Әлегә "Тылсымлы ҡурай" тураһында фекерем: Илсур һәм Дамир(сценарист), егеттәр, ҡыйыу башҡарылған эш бит был! Ни әйтергә теләүегеҙҙе аңланыҡ, иң мөһиме...
Земфира Ғирфанова
https://vk.com/video-16495789_456239425?list=f025d1dd6d2aeaae53
Читайте нас: