+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2020, 17:15

"Ирәндек моңдары" бәйгеһендә 200-ҙән ашыу башҡарыусы ҡатнашасаҡ

Ул быйыл 15-се тапҡыр үтәсәк

Сибай ҡалаһында 15-се тапҡыр үтәсәк башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара "Ирәндек моңдары" бәйгеһенә заявкалар ҡабул итеү тамамланды. Ойошторусылар белдереүенсә, быйыл 200-ҙән ашыу кеше конкурста ҡатнашыу теләген белдергән.
Улар араһында Башҡортостан Республикаһынан, Ҡурған, Мәскәү, Ырымбур, өлкәләренән һәм Ханты-Мансийск автономия округынан кешеләр бар.
Киләһе аҙнала, 10-11 августа беренсе тур онлайн-форматта үтәсәк. 18 августа икенсе тур, ә 19 августа конкурстың Гала-концерты уҙасаҡ.
Читайте нас: