+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2020, 19:20

Балаҡатай районында «Өфө йылға буйы башҡорттары йыйыны» төбәк-ара фольклор байрамы буласаҡ

Быйыл байрам дистанцион форматында үтә.

15 августа Балаҡатай районында «Өфө йылға буйы башҡорттары йыйыны» төбәк-ара фольклор байрамы үтә.
Ойоштороусылары – БР мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Балаҡатай районы хакимиәте, БР милли музейы, БР стретегик тикшеренеүҙәр иниституты, БР архив эштәре идаралығы, БР крайҙы өйрәнеүселәр союзы.
Быйыл байрам дистанцион форматында үтә.
Программала:
- “Башҡорттарҙың тамбур сигеүе – төбәк-ара бәйләнеш факторы” төбәк-ара этнофорумы;
- “Ҡатай ырыуы башҡорттары. Башҡорт ырыуҙары хәрәкәте” исемле түңәрәк өҫтәл;
- “Ҡатай һылыуы” конкурсы;
- “Ҡатай” шәхси музейына барыу;
- Балалар араһында үткән Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә арналған йыр бәйгеһенә йомғаҡ яһау;
- Штандартты Белорет районына тапшырыу.
Быйыл Ҡатай ырыуы йыйыны Башҡортостан Республикаһында билдәләнгән Башҡорт теле йылына арнала һәм Өфө йылға буйы башҡорт ырыуҙарының фольклорын популярлаштырыуға йүнәлтелә.
Белешмәләр өсөн телефондар:
+ 7 (34750) 21161, 21464, 8-964-96-08-462 – Кәримова Гөлназ Әнүәр ҡыҙы; 8965-666-20-68 - Әмәкәсова Әлиә Алек ҡыҙы; 8960-803-26-39 - Шәрипов Илдар Тәлғәт улы.
Читайте нас: