+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 12:00

Стәрлетамаҡ филармонияһы

«Юл әлифбаһы»ның премьераһы

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең филармонияһында башланғыс мәктәп балалары өсөн «Юл әлифбаһы» исемле фәһемле программа әҙерләгәндәр.
«Юл әлифбаһы» программаһының онлайн-премьераһы 31 августа Бәйләнештә сайтында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең рәсми төркөмөндә үтәсәк.
Музыкаль-әҙәби лекторийҙың артистары балаларҙы юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре менән таныштыра, нисек дөрөҫ итеп юлды үтергә, ҡала урамдарында иғтибарлы һәм һаҡ булырға өйрәтә. Балалар төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, уйын формаһында юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫтә ҡалдырып, юл билдәләре менән танышасаҡ. Лекторий артистары ҡағиҙәләр тураһында күңелле йырҙар башҡарасаҡ.
Программмала БР атҡаҙанған артисткаһы Елена Калинина, филармония солистары Рима Хазиева, Илдар Әбдрәшитов, лектор-музыковед Гөлназ Рәхмәтуллина ҡатнаша.
Читайте нас: