Башҡортостанда дүрт йыл эсендә ун яңы вертолет майҙансығы барлыҡҡа килергә тейеш. Проект ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Санавиация халыҡҡа беренсел медик-санитар ярҙамды тиҙләтеү өсөн мөһим.
Өс майҙансыҡ Өфөлә, ҡалғандары – Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Мәсәғүт һәм Асҡында буласаҡ. Өфөлә санавиация майҙансыҡтары тән бешеүе сирҙәре үҙәге булған 18-се дауахана, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы һәм республика клиник перинаталь үҙәге янында буласаҡ. Бер майҙансыҡты хеҙмәтләндереү йылына 950 мең һум тәшкил итәсәк.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2024 йылға тиклем санавиацияның осоуҙары 111-гә тиклем артырға тейеш. 2013 йылдан алып республикала санавиация хеҙмәттәрен күрһәтеү осраҡтары кәмегән: 2010 йылдағы 63 осоуҙан 2017 йылда ни бары биш осош яһалған.
Эксперттар баһалауынса, йылына республикала санавиация ярҙамында 290 ауырыуҙарҙы ашығыс рәүештә күсереү ихтыяжы бар.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин