+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 12:15

Юлда йөрөһәң, бул өлгөр

Юл ҡағиҙәһен ныҡ бел...

Юлда йөрөһәң, бул өлгөр,
Юл ҡағиҙәһен ныҡ бел.
Светофорҙың һәр бер төҫөн
Юлдың билдәләрен бел.
Нимә өсөн светофорҙың
Һиңә күҙен ҡыҫҡанын.
Нимә өсөн инспекторҙың
Өҫкә таяҡ һуҙғанын.
Юл ситендә ни аңлатҡан
Рәсем баҫып торғанын –
Барыһын белергә тырыш,
Дуҫтарыңдан һораштыр.
Машина уҙғанын көтмәй –
Йүгермә һин тиҙерәк.
Быны белеү һәр балаға,
Ҡайҙа йөр(ө)һә лә кәрәк.
Һәләкәттәр булмаһын тип
Теләйҙер һәр бер йөрәк.
Шуға күрә йөрөгәндә
Бик һаҡ булырға кәрәк.
Читайте нас: