+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 15:00

«Рөстәм Эльбрусҡа артылды»

Унда аяҡһыҙ кешеләрҙең булғаны юҡ әле

Танылған блогер Рөстәм Нәбиев Рәсәйҙәге иң бейек нөктәләрҙең береһенә күтәрелергә әҙерләнә.Рөстәм Нәбиев Омск ҡалаһында казарма емерелеү фажиғәһендә ике аяғын юғалта. Ул 11 ай дауаханала ята, 16 операция үткәрә. Бөгөн яҡташыбыҙҙы күптәр спортсы, ирекмән, блогер, әүҙем йәмәғәтсе булараҡ белә.«Мин 1 сентябрҙән 10-на тиклем Эльбрус түбәһен яуларға йыйынам. Уның бейеклеге 5 мең 642 метр. Унда аяҡһыҙ кешеләрҙең булғаны юҡ әле», – тип яҙа социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Рөстәм. Ул видеояҙма менән дә уртаҡлашҡан. «Рөстәм Эльбрусҡа артылды». Сентябрҙә яңылыҡтар таҫмаһында һеҙ ошондай мәғлүмәт күрәсәкһегеҙ», - тип яҙған блогер.
Читайте нас: