Б.Йосопова исемендәге Актерҙар йортоноң тамаша залында йыйылып (театрҙа барған ремонт эштәре дауам итеү сәбәпле) М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов артистарҙы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы менән таныштырҙы.2006 йылда "Бөйрәкәй" романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде."Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ тарихы, изгелек һәм яуызлыҡтың мәңгелек көрәше, ҡатын-ҡыҙ образдары яҡтыртыла".Был китапҡа тотош быуат һыйған. Ниндәйҙер мөғжизә менән тарих китаптары юҡҡа сыҡһа, Таңсулпан Ғарипованың роман-эпопеяһы буйынса егерменсе быуатты ҡайтанан тергеҙеп булыр ине. Тарих тирмәненә бойҙай бөртөктәреләй төшкән кеше яҙмыштары матурлыҡҡа һәм батырлыҡҡа һынау тота. Бәғзеһе онға әйләнә, бәғзеһе кәбәккә..."Автор тураһында: Таңсулпан Ғарипова — билдәле башҡорт яҙыусыһы, драматург, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1986 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы."Әҙәбиәткә Таңсулпан Ғарипова 70-се йылдарҙа килә. Уның “Ҡыр сейәһе” тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1978 йылда, “Китап” нәшриәте тарафынан баҫтырыла. Һуңынан, бер-бер артлы “Күгәрсен йыры”, “Ай менән Ҡояш – бер бөтөн” хикәйәләр һәм повестар туплаған ике китабы донъя күрә.Ете йыл тирәһе яҙыусы “Бөйрәкәй” романы өҫтөндә эшләй. Һуңынан был роман, халыҡ һөйөүен тиҙ яулап, пенталогияға әйләнә. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ тарихы, изгелек һәм яуызлыҡтың мәңгелек көрәше, яҡты ҡатын-ҡыҙ образдары яҡтыртыла. 2004 йылда был роман “Йыл романы” исеменә лайыҡ була.Һуңғы йылдарҙа Таңсулпан Ғарипова, әүҙем рәүештә, драматургия өлкәһендә ижад итә. Уның “Аҡ тирәк”, “Төштәге йыр”, “Ямғыр көткәндә” пьесалары сәхнәләрҙә уйнала. “Йәйге таш” киноповесы буйынса “Сөмбөлдөң етенсе йәйе” тулы метражлы фильмы төшөрөлә. Был фильм Мәскәүҙә уҙғарылған Халыҡ-ара кинофестивалдә “Алтын фил” премияһын ала."