+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 18:30

Өфө парктарында

йәйге уҡыу залдары эш башланы

5 августа “Ҡашҡаҙан” ял һәм мәҙәниәт паркында “Асыҡ һауала китап” исемле уҡыу залы асылды.
Өфө ҡалаһы Октябрь районының 15-се һәм 26-сы китапханалары ҡала халҡы өсөн мауыҡтырғыс программа әҙерләне. Паркта ял итеүселәр өсөн “Йөрәк һәм аҡыл өсөн балалар уҡыуы” исемле күргәҙмә әҙерләнде. Унда башҡорт һәм рус авторҙарының балалар өсөн яҙылған китаптары менән танышырға була ине. Сағыу күргәҙмә кешеләрҙең иғтибарын шунда уҡ йәлеп итте. Уҡыу залының ҡунаҡтары өҫтәл артына ултырып китап уҡыу мөмкинлеге менән файҙаланды.
Балалар “Йәй планетаһында Читалия утрауы” исемле әҙәби викторинала ҡатнашты, еңеүселәр бүләктәр алды.
Китапханасылар барлыҡ ҡатнашыусыларҙы китапханаға саҡырҙы, унда китап алыуҙан тыш башҡа файҙалы хеҙмәттәр менән таныштырҙы.
Бөгөн 6 августа М. Ғафури исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында йәйге уҡыу залы үтәсәк. Программа барышында “Үҙ һаулығыңды үҙең ижад ит” исемле әҙәби викторина ла буласаҡ. Сара 17 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем була. Парктың адресы: Октябрь проспекты, 77/1 йорт.
Читайте нас: