+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 17:00

Һамар ҡурғанының баҡыр дәүере «Көнъяҡ Урал йәштәр археология мәктәбе» проектының бер өлөшөнә әйләнде

Проектты «Һанлы археология» һәм Археостан лабораториялары төркөмдәре тормошҡа ашыра

Рәил Кузеев исемендәге Этнология тикшеренеүҙәре институты был билмәлә 2011 йылдан алып археология ҡаҙыныуҙары алып бара. Хәйбулла районының Һамар һәм Юлбарыҫ ауылдары эргәһендә урынлашҡан ҡурғанды дистанцион ысул ярҙамында асыҡлайҙар.Уның һанлы моделе төҙөлә. Проектты «Һанлы археология» һәм Археостан лабораториялары төркөмдәре тормошҡа ашыра. Быға тиклем был рельефта 11 ҡурған билдәле булһа, хәҙер 20-нән ашыу тарихи ҡомартҡы иҫәпләнә. Археологтар фекере буйынса, боронғо ҡәберлектәр урынлашҡан баҫыуҙарҙы һөрөү арҡаһында ҡурған өйөмдәре яҡшылап һаҡланмаған. Уларҙың диаметры 20-40 метрға етһә, оҙонлоғо 25 сантиметрҙан ашыу. Ҡаҙыныуҙар әле булһа ла дауам итә. Белгестәр ҡул менән үҙенсәлекле артефактарҙы сығара. Бында табылған һөлдә өлгөләре һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары экспертизаға ебәреләсәк, улар тикшерелгәндән һуң республика музейына тапшырыласаҡ. Мәҙәни ҡомартҡылырҙы өйрәнеү һәм һаҡлауға ирекмәндәр ҙә үҙ өлөшөн индерә.
Читайте нас: