-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 18:24

Яңы йыр

Хәсән Усманов

- Атай китеп барғас, донъя минең өсөн бөтөнләй бушап ҡалғандай булды! Тап ошо күңелемә тыныслыҡ таба алмай йөрөгән мәлдә, көтмәгәндә Илгиз ағай яңы йырын миңә ебәрҙе лә артынан шылтыратты:
- Хәсән энекәш, ошо йырҙы тыңлап ҡара әле, нәҡ һинең тауышыңда ишетәм, тине.
Йырҙы тыңлай башлау менән шунда уҡ тәндәрем зымбырлап китте, күҙҙәремә үҙенән-үҙе йәштәр килде! Атай менән бесән сапҡан мәлдәр...Эх...
Ҡыҫҡаһы, дуҫтар, премьера!
Өфөлә йәшәп ижад иткән шағирә Нәфисә апай Тулыбаева һүҙҙәренә Яр Саллы ҡалаһынан данлыҡлы композитор Илгиз ағай Закиров ("Кәркәле тауҙары", "Әсәйҙең доғалары","Ҡышҡы сейә" һ.б. йырҙарының авторы) ижад иткән "Атай бесәнлеге" тигән йыр!
(Аранжировка, баян - Дим Шәрәфиев, тауыш яҙҙырыу, уны шымартыу - Ғәлинур Юламанов).
Ошо үрҙә әйтелгән ижади коллегаларыма барыһына ла ҙур рәхмәтемде еткерәм!
Ә һеҙ Дуҫтарым, рәхим итеп тыңлағыҙ! Оҡшаһа, лайктар ҡуйығыҙ, фекерҙәрегеҙҙе яҙығыҙ, йәки репост эшләгеҙ! Ни өсөн тигәндә, был моңло йырҙың яҙмышы - һеҙҙең ҡулдарҙа!
P.S. Был ижади емешебеҙҙе беҙҙең арала булмаған ата-олатайҙарға бағышлайбыҙ һәм уларға оло бер мәҙхиә йыры булып китер тигән ҙур ышаныста ҡалабыҙ!
“Атай бесәнлеге” ( Н.Тулыбаева һүҙҙәре, И.Закиров көйө) йырын Бәйләнештә селтәрендә тыңлай алаһығыҙ.
Читайте нас: