+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 11:00

Салауат театрында - яңы автобус

Театр йыл һайын, 2017 башлап, «Бәләкәй Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә етди финанс ярҙам ала.

Салауат дәүләт башҡорт драма театры «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә уңайлы автобуслы булды.
Проекттың эшмәкәрлек сфераһына 300 мең кеше йәшәгән бәләкәй ҡалаларҙағы театрҙар менән эшләү инә.
Театр йыл һайын, 2017 башлап, «Бәләкәй Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә етди финанс ярҙам ала. Бүленгән аҡсаға Салауат дәүләт башҡорт драма театры алты әһәмиәтле спектакль ҡуйҙы: «Глумов» (А. Островский), «Посетитель» (Т. Джюдженоглу), «Йәннәт һулышы» («Дыхание рая» (Г. Ғиззәтуллина), «Беҙҙең өйҙөң йәме» («Радость нашего дома» (М. Кәрим), «Иҙеүкәй» (М. Буранғолов), «Ғүмерҙең бер мәле» («Мгновенье жизни» (Н. Мусин). Был спектаклдәр республика һәм халыҡ-ара кимәлдәге бик күп театр фестивалдәрендә ҡатнашып, юғары баһаға, тамашасы һәм тәнҡитселәрҙең хуплау һүҙҙәренә лайыҡ булды.
Был проект арҡаһында театрҙың Өфө, Ҡазан, Мәскәү ҡалаларынан билдәле ҡуйыусы-режиссерҙар саҡырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде.
Шулай уҡ проект сиктәрендә яҡтыртыу һәм тауыш ҡорамалдары һатып алынды. Улар инде үҙ сиратында спектакль авторҙарына пьесаның төп идеяһын һәм актерлыҡ талантын тулыраҡ асырға, әҫәрҙең серлелеген тойорға саҡырыусы эффекттар тыуҙырырға булышлыҡ итә. Иҫке театр шаршау алыштырылды.
Читайте нас: