+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 21:00

Пластилиндан картина

Онлайн оҫталыҡ дәресе

6 августа 13.00 сәғәттә Рус импрессионизмы музейының YouTube-каналында Алексей Грищенконың «Елдең ҡапыл иҫеүе» («Порыв ветра») картинаһын пластилиндан эшләү буйынса онлайн оҫталыҡ дәресе күрһәтелә башлай.
Актриса, режиссер һәм рәссам Ольга Гулевич пластилин менән эшләргә, композиция теҙергә һәм төҫтәрҙе ҡушырға өйрәтәсәк һәм ентекләп һөйләйәсәк. Бер ҡасан да һүрәт төшөргәнегеҙ йә пластилин менән эшләгәнегеҙ булмаһа ла, барыһы ла килеп сығасаҡ, борсолмағыҙ.
Дәрес өсөн кәрәкле әйберҙәр:
– балауыҙлы йомшаҡ пластилиндың күк, һоро һәм көрән төҫтәре;
– шыма таяҡ (стек);
– ҡәләм;
– теш таҙартҡыс (зубочистка);
– картон 10х15 см.
Теркәлеү үтеү кәрәкмәй, ҡатнашыусылар һаны сикләнмәгән.
Читайте нас: