+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 11:50

Бөгөн Халыҡ-ара светофор көнө

Әйҙәгеҙ уның тарихына күҙ һалайыҡ

5 август – Халыҡ-ара светофор көнө. 1914 йылдың 5 авгусында Американың Кливленд ҡалаһында заманса светофорҙарҙың иң беренсе моделе уйлап табылған. Ул ҡыҙыл һәм йәшел төҫлө яҡтыртҡыстарҙан торған. Утын һүндереп яндырған ваҡытта сигнал биргән. Хәҙергеләренә оҡшаш өс төҫтәге светофорҙар 1920 йылда Американың Детройт һәм Нью-Йорк ҡалаларында барлыҡҡа килгән. Уны британиялы Джей Найт уйлап тапҡан. Тора-бара бындай яйланмалар Американың башҡа ҡалаларында һәм Европала ҡулланыла башлаған. Рәсәйҙә светофор 1930 йылдың ғинуарында ғына – Ленинград ҡалаһының Невский һәм Литейный проспекттары сатында барлыҡҡа килгән. 2010 йылда Пермдә – Халыҡ-ара светофор көнө уңайынан, әлеге яйланмаға һәйкәл ҡуйылған. Светофорға һәйкәлдәр шулай уҡ Мәскәү, Пенза, Новосибирск ҡалаларында ла бар. Рәсәйҙә Халыҡ-ара светофор көнөн ғәҙәттә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, мәғариф ойошмалары һәм йәмәғәт ойошмалары активистары билдәләп үтә. Иң беренсе сиратта, әлеге байрам уңайынан бигерәк тә балаларға юл йөрөү ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәклек тураһында иҫкәртеү мөһим. Хатта бер бәләкәй генә яңылышлыҡ өсөн дә ҡайһы саҡ ғүмер менән түләнгәнен иҫтән сығармаҫҡа кәрәк.
Читайте нас: