+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2020, 21:00

Сиктәр ябыҡ саҡта

Өфө музыканттары Башҡортостан тәбиғәтенең иҫтәлекле урындары тураһында йыр яҙҙырғанhttps://www.instagram.com/tv/CDazGoYoSFV/?igshid=nt26..

Өфө музыканттары Башҡортостан тәбиғәтенең иҫтәлекле урындары тураһында йыр яҙҙырған.
«Сиктәр ябыҡ саҡта» («Пока границы закрыты») хитының автор-башҡарыусыһы – Михаил Васильев.
Композицияла музыканттар Башҡортостан Альпы, урындағы Исландия, Карловы Вары һәм Комо күле, Мысыр пирамидалары тураһында һөйләй.
«Беҙҙең республиканың һоҡландырғыс урындары бик күп, йырға ғына һыйҙырып бөтөрлөк түгел», – ти музыканттар.
Видеороликта Башҡортостан шарлауыҡтары, тау-урмандары һәм күлдәре күрһәтелгән.
2018 йылда Михаил Васильев шулай уҡ Өфөгә килеүсе туристар өсөн композиция сығарған булған.
«Өфөгә рәхим итегеҙ!» («Добро пожаловать в Уфу!») йырында вокал-инструменталь трио беҙҙең ҡала әлегә баһалап еткерелмәгән тигән ҡарашын белдерә.
Михаилдан башҡа клипта Ринат Харисов (баян) һәм Рафаэль Йәғәфәров (барабан) ҡатнаша.
Читайте нас: