+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2020, 14:47

Бергәләп кино ҡарайыҡ

Республиканың Хәрби Дан музейы яратҡан фильмдарҙы бергәләп ҡарау өсөн музей залына саҡыра

Республиканың Хәрби Дан музейы яратҡан фильмдарҙы бергәләп ҡарау өсөн музей залына саҡыра. Фильмдар 2020 йылдың август айында һәр йома көндө 15.00 сәғәттә башлана.
1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡурҡыныс ваҡиғалар тарихта ла, кинола ла тәрән эҙ ҡалдырған. Һуғыш тураһында фильмдар – донъяға Еңеү алып килеүселәрҙең батырлығын хәтерҙә һаҡлауҙың тағы бер ысулы. Бигерәк тә был планда совет кинотаҫмалары ҡиммәтле, уларҙа бит 1941–1945 йылдарҙа ҡот осҡос һынау кисергән кешеләр уйнай һәм төшөрә. Һәр фильм – айырым бер хазина.
7 августа – «В бой идут одни старики» (1974)
14 августа – «Офицеры» (1971)
21 августа – «Крепкий орешек» (1967)
28 августа – «В небе «Ночные ведьмы» (1981)
Рәхим итеп ҡарағыҙ!
Читайте нас: