+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2020, 11:55

Сибайҙа биналар балҡыны

Ҡаланың бер нисә урамындағы учреждениелар яҡтыртҡыс ҡоролмалар менән йыһазландырылды.

Биҙәү эштәре Зауыҡлы биләмәләр йылына бағышланған саралар сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ҡараңғы төшкәс, йорттар һары, йәшел, аҡ лампочкалар менән яна.Тәүге яҡтыртҡыстар былтыр ҡала урамдарының береһендә барлыҡҡа килгән. Халыҡ биҙәүҙе ихлас ҡабул иткәс, ҡала хакимиәте эштәрҙе дауам итергә тигән фекергә килгән. Яҡын арала 11 белем биреү ойошмаларын яҡтыртыу күҙаллана. Биҙәү эштәре урындағы бюджет аҡсаһына ойошторола.
Читайте нас: