+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2020, 18:31

МУЗЫКАЛЬ ОСРАШЫУҒА САҠЫРАБЫҘ

Ҡәҙерле дуҫтар! Өфө “Нур” татар дәүләт театры һеҙҙекүркәм музыкаль осрашыуға саҡыра.

Иртәгә, 4 авгут көнө, Ағиҙел йылғаһы буйындағы майҙансыҡта һеҙҙе йырлы-бейеүле программа көтә. Ҡатнашалар: Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлназ Мөхәмәҙиева, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы Дамира Сәйетова, Эльмир Ғәзизуллин, Гөлназ Биктимерова, Айнур Баянов, Вилдан Мисбахов, Айгөл Юнысова, Эльвира Биғәлиева. Сара 19:00 сәғәттән 19.30ға тиклем барасаҡ. Килегеҙ, осрашайыҡ, бергәләп ял итәйек!
Өфө “Нур” татар дәүләт театры
Читайте нас: