+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2020, 21:23

Өфөлә «Бейеүсе торналар» фонтанының эшләү ваҡыты ике сәғәткә ҡыҫҡартылды

Өфө мэрияһы «Имәндәр» скверында яңы «Бейеүсе торналар» фонтанының эшләү режимы үҙгәреүе тураһында хәбәр итте. Билдәләнеүенсә, фонтан ике – ғәҙәти һәм музыкаль режимда эшләүен дауам итә.

Әгәр элек фонтан төнгө 12-гә тиклем эшләһә, хәҙер уның графигы ике сәғәткә — киске 10-ға ҡәҙәр ҡыҫҡартылды.
Фонтандың музыкаһы шулай уҡ киске сәғәт 10-сы 30 минуттан киске 10-ға тиклем уйнай,тип белдерҙеләр мэрияла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ҡала мәҙәниәт һарайы» туҡталышындағы яңы фонтан 30 июндә асылды.
https://www.bashinform.ru/news/1478604-v-ufe-vremya-raboty-fontana-tantsuyushchie-zhuravli-sokratili-na-dva-chasa/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: фонтан, «Бейеүсе торналар», сквер
Читайте нас: