+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2020, 16:05

«Арғымаҡ» төркөмө «Тангыра» йәштәр этномәҙәниәт фестивалендә ҡатнашасаҡ

Фестиваль 8 августа Ижевск ҡалаһында үтә. Әйткәндәй, арғымаҡтар былтыр ошо уҡ сарала ҡатнашып, ойоштороусыларҙың ҡунаҡсыллығын һәм йылы итеп ҡабул итеүҙәрен билдәләп үтте.

«Тангыра» этномәҙәниәт фестивале – сәнғәттең төрлө жанрҙарын берләштергән киң форматлы майҙансыҡ. Уның программаһында музыканттарҙың “тере” сығыштары, һатыу итеү һәм заман дизайнерҙарының этник стилдәге кейем коллекциялары менән таныштырыу инә. Фестивалдә фин-уғыр, славян, төрки, кавказ халыҡтарының ижади йәштәре ҡатнашасаҡ.
Беренсе тапҡыр фестиваль drive-in форматында үтә: тамашасылар артистарҙың сәхнәләге сығыштарын үҙҙәренең автомобилдәренән ҡараясаҡ. Был кешеләр араһында социаль арауыҡты һаҡлау өсөн хәүейһеҙлек сараһы булып тора.
Читайте нас: