+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2020, 14:00

Башҡортостанда июлдең һуңғы көндәре эҫе була

Һауа температураһы көндөҙ — 25-30 градус.

Башҡортостанда һауа температураһы күтәрелеүен дауам итә, тип билдәләй республика синоптиктары.
Башгидромет мәғлүмәте буйынса, кесаҙна аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр, йәшен. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан секундына 2-7 метр, көндөҙ киҫкен.
Һауа температураһы көндөҙ — 25-30 градус.
31 июлдә — Ҡорбан байрамында — Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, урыны менән йәшен. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көслө.
Һауа температураһы төндә — 14-19 градус, урыны менән 8-гә тиклем. Көндөҙ — 27-32 градус, республиканың төньяҡ-көнбайышында — 22-гә тиклем.
Шәмбе йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшен фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көслө.
Төндә — 14-19 градус, урыны менән 8-гә тиклем. Көндөҙ эҫерәк — 27-32 градус, республиканың төньяҡ-көнбайышында — 22-гә тиклем.
https://www.bashinform.ru/news/1478271-poslednie-dni-iyulya-v-bashkirii-budut-zharkimi/
Читайте нас: