-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2020, 02:29

Автомобиль отҡоң киләме?

Бер аҙнанан «Ирәндек моңдары» төбәк-ара йыр бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул итеү тамамлана. Быйыл конкурс 21-22 августа Сибай ҡалаһында үтәсәк.Өлгөрөп ҡалығыҙ!

Конкурста 7-16 йәшлек балалар, 17-65 йәштәге үҙешмәкәр башҡарыусылар, 17-45 йәштәге профессиональ йырсылар ҡатнаша ала.
Балалар араһындағы конкурс 10 августа бер турҙа онлайн-форматта үтәсәк.
Үҙешмәкәр һәм профессиональ башҡарыусылар араһында конкурс ике турҙа була:
1 тур – 10-11 августа онлайн-форматта,
2 тур – 21 августа беренсе турҙы үткән ҡатнашыусылар араһында асыҡ форматта.
Конкурстың гала-концерты һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 22 августа Сибай ҡалаһының үҙәк майҙанында үтәсәк. Конкурста еңеүсегә автомобиль тапшырыласаҡ.
Ҡатнашыу өсөн заявкалар 5 авгусҡа тиклем сайтта ҡабул ителә.
Һорауҙар буйынса түбәндәге телефондарға шылтыратырға:
89273453133 Гүзәл Ғиниәт ҡыҙы, 89373404114 Гөлгөнә Мәжит ҡыҙы.
Читайте нас: