2015 йылда янғындан зыян күргән бинаны реконструкциялау уҙған йылда башланды. Әлегә яңы корпус төҙөлгән, бинаның йөҙө алмаштырылған, тирә-яҡ тәртипкә килтерелгән. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, филармонияның тамашалар залы 500 урынға тиклем арттырыла.