-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2020, 20:01

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль ғүмере фажиғәле өҙөлгән артисты һуңғы юлға оҙатты

Ул Башҡортостандың баш ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләнде.

Бөгөн Өфө һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль Санкт-Петербургта отпуск ваҡытында фажиғәле һәләк булған артист Кирилл Антроповты һуңғы юлға оҙатты. Ул Башҡортостандың баш ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләнде.
«Ошо ауыр минутта ансамбль мәрхүмдең ғаиләһен яңғыҙ ҡалдырманы һәм мөмкин булғанса ярҙам күрһәтте. Артистың кәүҙәһен тыуған яғына алып ҡайтыу буйынса ойоштороу мәсьәләләрен, ерләүҙе ойоштороуҙы һәм финанс ярҙамын ансамбль үҙ өҫтөнә алды», — тип хәбәр иттеләр ансамблдең матбуғат хеҙмәтенән.
Кирилл Антропов 2016 йылда Ғәскәров ансамбленә килгән. Коллектив уға ҙур өмөттәр бағлаған, сөнки артист трюктар яһау һәләтенә эйә булған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Кирилл Антропов Санкт-Петербургта отпуск ваҡытында бейеклектән ҡолап төшкән.
https://www.bashinform.ru/news/1478157-ansambl-imeni-fayzi-gaskarova-provodil-v-posledniy-put-tragicheski-pogibshego-artista/
Читайте нас в