-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 17:09

Ырымбур өлкәһендә Төбәк-ара башҡорт йыры онлайн-конкурсы башланды

Ырымбур өлкәһендә «Йәшәй әле башҡорт моңдары» төбәк-ара башҡорт йыры онлайн-конкурсы башланды. Ҡатнашыуға солистар һәм коллективтар саҡырыла. Йәш сикләүе юҡ.

Еңеүселәрҙе онлайн-конкурс жюрийы: Башҡортостан Республикаһының һәм Ырымбур өлкәһенең танылған эстрада башҡарыусылары, сәнғәт оҫталары һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Артур Туҡтағолов һәм Сәғиҙулла Байегет, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Ринат Рамазанов, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенең «Карауанһарай» Башҡорт ҡоролтайы рәйесенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса урынбаҫары Луиза Райманова-Бәхтийәрова баһалай.
Жюри ағазалары халыҡ коллективтары, үҙешмәкәр коллективтар, солистар, дуэттар, трио һәм квартеттар араһында беренсе, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы билдәләй. Ҡатнашыусыларҙың йәш категорияһы – 18 йәшкә тиклем һәм 18 йәштән өлкән. Ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә дипломдар тапшырыла.
Конкурс һөҙөмтәләре15 августа иғлан ителә.
Ҡатнашыу өсөн 13 авгусҡаса ҡатнашыусының исем-шәрифен, йырҙың исемен һәм бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәр менән бергә башҡорт телендә башҡарылған йырҙың видеояҙмаһын [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Конкурс эштәре Ырымбур өлкәһе Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең YouTube каналына урынлаштырыла.
Конкурсты Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында Ырымбур өлкәһенең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ойоштора. Маҡсаты — популяр һәм халыҡ йырҙарын пропагандалау, башҡорт халҡының милли ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һәм мәҙәниәтен һаҡлау, шулай уҡ халыҡ башҡарыусылары традицияларын үҫтереү.
https://www.bashinform.ru/news/1476400-v-orenburgskoy-oblasti-startoval-mezhregionalnyy-onlayn-konkurs-bashkirskoy-pesni/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: конкурс, башҡорт йыры
Читайте нас в