Алланып та бешкән еләктәрҙең Һуты ағып торған йәйҙәрҙә Насип итсе,шифа емештәрҙе Телдәремде йотоп тәмләргә. Ҡаршылаған саҡта япраҡтарҙа Һары моң сыңлаған көҙҙәрҙе Ҡолаҡтарым ишетһендәр ине "Мин яратам..."-тигән һүҙҙәрҙе. Ҡыштарыма барып инһәм ине Үҙ аяҡтарымда, ҡар йырып.Һулай алһам ине саф һауаһын Күкрәгемә ләззәт тултырып. Теүәлләгәс ғүмер миҙгелдәрен, Иң һуңына барып еткәндә Үҙ аңымда һаубуллашһам ине Ысын донъяларға киткәндә...Миләүшә ҠЫҘРАСОВА