+11 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
28 Июль 2020, 13:32

Республика халыҡ ижады үҙәге фольклориадаға арналған конференция ойоштора

Республика халыҡ ижады үҙәге “Хәҙерге донъяла халыҡ мәҙәниәте: йолалар, сәсәнлек һәм ғөрөф-ғәҙәттәр” халыҡ-ара фәнни-практик конференцияһында ҡатнашырға саҡыра. Ул VI Бөтә донъя фольклориадаһына арнала. Конференция 2020 йылдың 29 октябре – 1 ноябрендә үтәсәк.

Короновирус пандемияһы үҫеше күҙәтелһә, фәнни-практик конференция ҡатнашыусыларын һаҡлау маҡсаты менән онлайн форматта ZOOM платформаһында үткәреләсәк.
Конференция эшендә ҡатнашыу өсөн 1 сентябргә тиклем ойоштороу комитетының folklor2020@mail.ru электрон почтаһына материалдар ебәрергә кәрәк:
Ҡатнашыу тураһында заявка
Статьяның электрон варианты.
Читайте нас