+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 12:00

«Килтергәнһең икән – алып ҡайт!»

Торатауҙа ошо исем аҫтында өмә үтте.

Уны «Торатау» геопаркы, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ойошторҙо. Акцияла Өфөнән һәм Ишембай районы ауылдарынан, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан илленән ашыу кеше ҡатнашты. Улар тау итәген алып уның башына менеп еткәнсе туристар ҡалдырған сүп-сарҙан таҙартты.Өмәселәргә геологтар изге урындың үҙенсәлектәре, тарихы тураһында ла һөйләне. Акцияла ҡатнашыусылар күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төштө. Ә йыйылған сүп-сарҙы тау башынан аҫҡа ике парапланда алып төшөтөләр.
Читайте нас: