+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 14:00

Өфөнән Алтайға экспедицияға

Өфөнән сәйәхәтселәр командаһы билдәле рәссам һәм сәйәхәтсе Николай Рерих юлы буйлап “Башҡортостан-Алтай” экспедицияһына сыға.

Рус география йәмғиәтенең 175 йыллығына арналған сәйәхәттә 6 кеше ҡатнаша. Алтайға тәүге экспедиция үткән быуаттың 20-се йылдарында ойошторола һәм ул маршрут иң яҡшыһы тип билдәләнә. Сәйәхәтселәр командаһы Конгресс-холл алдындағы майҙандан ҡуҙғала. Команда составы бик үҙенсәлекле, унда һыу спорты ветераны, эшҡыуар, журналист, летчик һәм республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре инә. Беҙҙе мажаралар, күңелле хәл-ваҡиғалар һәм билдәһеҙлек йәлеп итә, ти улар.
Рөстәм Хангилдин, экспедицияла ҡатнашыусы:20-се йылдарҙа яҙып ҡалдырылған тасуирламалар менән сағыштырғыбыҙ килә. Экспедицияның ҡатмарлығы бишенсе кимәл тип билдәләнә. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайбыҙ, сөнки беҙҙең состав бик тәжрибәле кешеләрҙән тора. Сәйәхәттән аралашыу, балыҡ тотоу, матур тәбиғәт, яҡшы тәьҫораттар көтәбеҙ.Команда Бийск ҡалаһына тиклем автобуста барасаҡ. Дүрт тәгәрмәсте һалға алмаштырғандан һуң сәфәр Чуй һәм Катунь йылғалары буйлап дауам итәсәк. Маршруттың бер яҡҡа дөйөм оҙонлоғо 3400 километрҙан ашыу тәшкил итә. Билдәле рәссам, сәйәхәтсе Николай Рерихтың мемориаль йорт-музейына барыу маҡсат итеп ҡуйылған. Үткән быуатта уның етәкселеге аҫтында Үҙәк Азия экспедицияһы таулы Алтай аша үтә. Был сәйәхәт географик асыштар донъяһының алтын фондына ингән. Экспедиция барышын яҡташтарыбыҙ видеоға төшөрөп «Һыу һәм таштар» фильмын сығарырға ниәтләй.
Читайте нас: