+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 01:30

«Башҡорт диңгеҙе» ярында әле хәлдәр нисек?

Тәбиғәткә – ярҙамға. Уҙған аҙнала торған эҫе көндәрҙә һыу ятҡылыҡтарында ял итеүселәр һаны бермә-бер арты. Халыҡтың күп булыуына бәйле Асылыкүл ярын таҙартып өлгөрөү мөмкин булмай һәм һыу буйында сүп-сар өйөмдәре барлыҡҡа килә. Экологтар яр һала башлағас, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы паркты тиҙ арала тәртипкә килтерергә ҡарар итә.

Йылдағыса, Асылыкүлдән кеше өҙөлмәй һәм пандемияға бәйле хәл менән күлдә ял итеүгә ихтыяж арта. Район-ҡалаларҙан, хатта башҡа өлкәләрҙән килгән йөҙәрләгән турист артынан эшселәр сүп-сарҙы таҙартып өлгөрмәҫлек сиккә етә. Тәбиғи парк майҙанына хәүеф янағас та бында өҫтәмә хеҙмәткәрҙәр, ирекмәндәр, махсус йыһаздар ебәрелә. Асылыкүлдә ял сифатын яҡшыртыу өсөн тәү сиратта өҫтәмә биобәҙрәфтәр килтерелә. Уларҙы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы итеп ҡороу өсөн ҡеүәтле техника йәлеп ителә. Шулай уҡ яр буйында яһалма ял беседкалары урын ала.Асылыкүл тирәләй экологик мәсьәләне хәл итеү өсөн тәбиғи паркка 40-лап сүп сар контейнеры урынлаштырыла. Кеше күпләп йыйылған ерҙә ҡуйылған махсус урналар яр буйын һаҡларға ярҙам итәсәк тип көтөлә. Әммә Асылыкүлде таҙартыусылар, экологтар әйтеүенсә тирә-яҡ мөхиткә битараф туристар контейнерҙарҙы инҡар итеүе – төп хәүеф.
Читайте нас: