-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июль 2020, 12:35

Тәҙрә төбөндә үҫкән тиҙ ярҙам

Һиндостанда был гөлдө тәҙрә төбөндә үҫкән тиҙ ярҙам тип йөрөтәләр. Беҙҙә лә үҫә ул.

Ул - алоэ гөлө.Алоэ - бик шифалы үҫемлек ул. Ауыртыуҙы баҫа. Микробтарға һәм бактерияларға үрсергә ирек бирмәй.Төрлө минералдарға бик бай: тимер, калий, кальций, марганец, баҡыр, натрий, фосфор, фтор, хлор, цинк, хром бар унда. Шулай уҡ А, В1, В2, В3, В6, В9, С, Е витамины күп. Шуға күрә уны витаминдар яһауҙа киң ҡулланалар.Кемдарға ла ҡушалар. Аалоэнан яһалған кремдар тирене тығыҙ һәм шыма итә. Сәсте лә үҫтерә. Шуға уның һутын шампундарға ҡушалар.Алоэнан яһалған дарыуҙар аш һеңдереүҙе яйға һала, ашҡаҙандағы яраларҙы яйға һала. Күҙҙәр өсөн дә ныҡ файҙалы. Һуты кешенең иммунитетын арттыра, көс бирә, ҡан йөрөшөн яҡшырта.Алоэ – дарыу. Шуға ла уны әҙләп кенә ҡабул итәләр.
Читайте нас: