+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июль 2020, 20:00

СОҠОРҘАҒЫ ОРКЕСТР

Инә ҡаҙҙыңҠанат аҫтарынаМорон тыҡҡан бәпкә сорлауыИшетелде, тиһәм?...

...Был – театрҙаОркестрҙың ҡорал сарлауы!Ҡарлығып та киткән кәкүк зарыҠолағыма ҡала салынып...Музыканттар ҡоралдарын көйләй,Аһ-зарыңды, туған, һин онот!Онот ниҙәр уйлап килгәнеңдеМоңдар батшалығы – был залға.Һин тормошҡа дәғүә ҡуйғайныңмы?Оҡшамағанһың да бит уҫалға...Ҡалдыр тышта бөтә хәстәреңде,Иркен тын ал тылсым илендә.Оркестрға һин ышанып тапшырҺөйләшеүҙе йөрәк телендә.Ана, тыңла. Төймәләргә баҫып,Флейта көйләй артист – билдәле.Йөрәгемдең ниҙер көткән мәле.Йөрәгемдең шундай һил мәле.Башта тромбон ауыр һулап ала,Ҡылыстарҙай – арҡыс-торҡостар –Скрипкалар ялтлай,Йәшен һымаҡ...Ниҙе көтә,Нигә әҙерләнәСоҡор эсендәге оркестр?!СоҡорЭсендәгеОркестр...Ниндәйҙер бер тулҡын,Бик тәрәндә –Күңел упҡынында тирбәлә.Көтәме ул әллә бер-бер хәбәр?Һиҙәме ул әллә бер бәлә?Саҡ-саҡ ҡына,Бик бәләкәй генәТулҡынында мине бәүелтә.О, был мәлем!Һуңлап килә күрмә,Килә күрмә ләкин бик иртә.Тик барыбер –Кил һин!Моң туҫтағынКүтәреп бер эсеп ҡуяйым!..Күңелемдең йырлы ҡурайынаБиш урындан уйым уяйым.Яйлап ҡына мин дә әҙерләйемДумбырамды, көйләп ҡылдарын.Иң саф хистәр менән һуғарһын, тип,Кешеләрҙең барыр юлдарын.Мин әйләнәм абсолют бер мәлгә,Юҡ – үткәндәр, бөгөн, киләсәк!Бөтәһен дә ҡабул ҡылған йәнемКилер дауҙы алдан беләсәк:Оркестрҙың шауы көсәйгәндәАрта бара дарман көҫәүе!Яндырылған маҡсат, яҙмыштарҙыңКүмерен тарт, ваҡыт киҫәүе!Башҡорт урманылай яна улар,Ҡурсаулыҡтар дөрләй, тарая.Бал ҡорттары, ҡоштар, ҡырмыҫҡаларЯлбарғандай: “Раббым, мең ая!!!”Йәнлектәрҙең өнһөҙ йән ораныСаҡрым-саҡрымдарға тарала.Ахыр сиккә килеп еткән саҡта,Раббым, үҙең беҙҙе арала!Ҡара һөрөм итеп киң күктәрҙе,Быҫҡый торонбаштар төтөнө...Күр, тантана итә янғын көйө...Тәбиғәттең сыҡмай һис өнө....Көлгә ҡала заман ҡылыҡтары.Көлкөләргә ҡала уҙаман.Көйләй-көйләй дәүер көрсөктәренҠоралдарым туҙырмы тамам?!... ОркестрҙыңБөйөк музыканыБашҡарырын көтәм мин һаман.(дауамы бар).22.07.2020.
Читайте нас: