-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июль 2020, 15:00

КҮҢЕЛ ЯҠТЫЛЫҒЫ

– Ни өсөн берәүҙең күңеле яҡты, ә кемдекелер – ҡара, тиҙәр? – тип һорай ҡыҙы әсәһенән. – Кешенең күңелен ярып ҡарап булмай бит, уның ҡыланыуы ла ихтимал.

– Ни өсөн берәүҙең күңеле яҡты, ә кемдекелер – ҡара, тиҙәр? – тип һорай ҡыҙы әсәһенән. – Кешенең күңелен ярып ҡарап булмай бит, уның ҡыланыуы ла ихтимал.– Асыҡ күңелле кешене осратһаң, һинең дә тормошоң яҡтырып киткәндәй тойола. Һиңә ҡыйын ваҡытта ул кеше эргәһендә күңел әрнеүе баҫылғандай. Ундай кеше Илаһҡа, үҙ көсөңә ышанырға ярҙам итә, бәхеткә өмөтөң арта; шатлыҡ хистәре кисерәһең, яҡшылыҡ ҡына эшләге килә.– Әгәр кемдер дөрөҫөн һөйләй, әммә унан миңә нығыраҡ ҡыйын булһа? Эшкә ҡул бармай, тормош күңелһеҙ кеүек тойолһа? Был кешене яман, эскерле тип һанарғамы?– Юҡ, ҡыҙым. Кешенең күңеленә яҡтылыҡ етмәүе хаҡында һөйләй был. Ул – бәхетһеҙ. Ә һинең менән аралашып, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡайғыһы менән бүлешә.– Ни эшләргә һуң миңә?– Ул кешегә яҡтылыҡ өләшергә. Бының өсөн күберәк көс түккән һайын, үҙеңә лә күберәк яҡтылыҡ биреләсәк! Иҫеңдә тот, яҡтылыҡ – Өмөт һәм Аллаһы Тәғәлә хаҡында һөйләшеү генә түгел. Яҡтылыҡ – ул ихлас Йылмайыу, Яҡшы һүҙ, Терәк һәм Ярҙам итеү.Күңелдәребеҙ Яҡты, киләсәгебеҙ Ышаныслы булһын!
Читайте нас: