+24 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июль 2020, 16:00

ТУҒАНДАР

Йортбағыш батыр, Суворов яуҙарында ҡатнашып, беҙҙең ғәййәр башҡорт ғәскәре, Измаилды алып, ҡәлғәгә бәреп инһә, дүрт йәшлек бер ир бала атыш-алыш барғанда һәләк булған атаһының үле кәүҙәһе янында үкһеп илап ултыра, ти. Атаһы, бахыр, төрөк пашаһы булып сыға.

Башҡортта һүҙҙәрҙең иң ҡәҙерлеһе ниндәй тип уйлайһығыҙ? Минеңсә, саф алтындай балҡып торған барлыҡ һүҙҙәребеҙ араһында бик тә ябай, алсаҡ һәм ап-асыҡ бер һүҙ айырылып тора. Ул – туған. Сөнки беҙҙең милләтебеҙ – туғанлыҡ, татыулыҡ, берҙәмлек милләте. Донъяла нисә миллион башҡорт йәне булһа, шунса уҡ туғанлыҡ, шунса уҡ яҡынлыҡ йәшәй, туғандар. Күптән инде ашханала сиратта торған ерҙә тумалаҡ ҡына йөҙлө башҡорт егетенең «Ике башҡорт балаһы – ике таштың араһы» тигән һүҙе бер ҙә хәтерҙән сыҡмай. Мәғәнәһе: бер-береһенә терәлеп ятҡан ике таштың араһына кереп ҡараһындар бына! Аҫыл бер башҡорт егетенә кейәүгә сығып, Өфөлә хатта беҙҙең өсөн ауыр йылдарҙа ла иренең төрлөһө төрлө яҡтан йыйылған башҡорт дуҫтары менән ниндәй ихлас, туғандарса аралашҡанын күргән ҡатыны (бүтән милләт кешеһе): «Нимә, һеҙ, башҡорттар, әллә барығыҙ ҙа бер туғандармы?» – тип ғәжәпләнә торған булған. Мин үҙем дә, «туған», «туғаным» тигәндә, бик күптәрҙең йөҙөндә йылмайыу күрәм. Беҙ ғаиләләребеҙҙә, ауылдарыбыҙҙа «туған» тигән һүҙҙе йыш ишетеп үҫкәнбеҙ. Ә хәҙер ана бөйөк милләттәшебеҙ, юлбашсыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди Туған заманалар аша, алыҫ-алыҫтарҙан һәммәбеҙгә лә, гүйә, «туғаным», «улым», «ҡыҙым» тип өндәшә. Беҙ хәҙер, үҙенә шундай изге исемде алып, Башҡортостан күгенә һәм донъя йөҙөнә Туған йондоҙо булып ҡалҡҡан бөйөк кешенең туғандары....Өфөлә Вәлиди Туғандың 100-сө тыуған көнөн байрам иткәндә үҙәк урамдарҙың береһендә Әлшәй районының Себенле ауылында тыуып үҫкән Шакирйән исемле яҡташымды осраттым. Мыҡты кәүҙәле, киң күкрәкле ир-уҙаман.– Ни хәл, Рәшит ағай! – ти был.– Шәп кенә, – тим мин.– Бына, Хоҙайға шөкөр, ғәҙеллек тантана итә. Вәлиди Туған бабабыҙҙың юбилейын үткәреп йөрөйбөҙ. Халҡынан айырһалар ҙа, халҡына мәңге тоғро булып ҡалған. Төрөк илендә йәшәп, бөтөн донъяға ысын башҡорт, өҫтәүенә, Туған булып танылған.– Шулай булмай ни, беҙҙә бит төрөк менән туғанлыҡ та бар бер аҙ, – ти Шакирйән.– Бәй, беҙ шул уҡ төрки телле халыҡтар инде, – тип хуплайым.– Юҡ, Туғановтар тураһында әйтәм әле мин. Себенленең ярты ауылы Туғановтар нәҫеле лә баһа.– Эйе, Туғановтарҙың бик данлы ара икәнлеген беләм.– Ә уларҙың нәҫел ебе ҡайҙа барып тоташҡанлығын белмәйһеңме әллә? Ишетмәгәйнеңме ни? – тип, Өфөнөң урам уртаһында Себенле тарихынан риүәйәт һөйләп алып китте Шакирйән....Туғановтарҙың инде нисәнселер быуын оло аталары Йортбағыш батыр, Суворов яуҙарында ҡатнашып, беҙҙең ғәййәр башҡорт ғәскәре, Измаилды алып, ҡәлғәгә бәреп инһә, дүрт йәшлек бер ир бала атыш-алыш барғанда һәләк булған атаһының үле кәүҙәһе янында үкһеп илап ултыра, ти. Атаһы, бахыр, төрөк пашаһы булып сыға. Ҙур хөрмәт күрһәтеп, мосолман йолалары буйынса ерләйҙәр быны. Ә теге дүрт йәшлек Ҡасим тигән малайҙы Йортбағыш батыр үҙенә уллыҡҡа ала. Һуғыш бөткәс, атына ултыртып, тыуған яҡҡа ҡайтып төшә. Малайҙы башҡорттар Туған тип йөрөтә башлай. Үҫеп еткәс, башҡорт ҡыҙына өйләндереп, йорт-ер биреп, башҡа сығаралар. Унан тыуған балалар Туғановтар булып китә. «Бына минең дә нәҫел ебе Туған ҡартатайға барып тоташа», – тип өҫтәне Шакирйән.Ғәжәп: халыҡтың тарих төпкөлдәрендә лә – шул уҡ «туған» һүҙе, туғанлыҡ хисе. Ана бит, нисә быуат элек яуҙа һәләк булған төрөк пашаһының етем ҡалған улын башҡорт ҡоллоҡҡа түгел, уллыҡҡа алған. Заманалар үтеү менән, үҙ иленән ҡыуылып, ғүмерлеккә илһеҙ ҡалдырылған башҡорт Вәлидиҙе Төрөк иле, Төрөк ере үҙ ҡуйынына һыйындырып, уның башҡорт рухын һаҡлап һәм хөрмәт итеп, бөйөктәр араһында бөйөк булып йәшәргә ирек биргән. Алыҫ ерҙә үҙенең ҡаһарман ата-бабалары хөрмәтенә һәм, бәлки, төрөктәргә рәхмәт йөҙөнәндер, Әхмәтзәки бабабыҙ үҙенә Туған исеме алған. Шул исем менән мәшһүр булған. Шул исемде үҙенең аҡыллы, йөрәкле, итәғәтле балаларына биреп, быуындарҙы быуындарға ялғап, йәнә ике белем эйәһе, ике ғалим, ике Туған үҫтергән. Хоҙай Тәғәлә Себенле ауылындағы Туғандарға йәйрәп таралып ултырырлыҡ түл биргән. Иншалла, беҙҙең һөйөклө Вәлиди Туғаныбыҙҙы ла оло бәхеттән өлөшһөҙ ҡалдырмаған. Ә ысын кешегә ысын кеше – туған, ғәҙеллек, намыҫ булған ерҙә илгә – ил, милләткә – милләт бары тик терәк. Бәй, шулай булырға тейештер ҙә ул... Әммә онотмайыҡ: ҡуйыныбыҙға кергән йылан һымаҡ ҡара йөрәкле әҙәм аҡтыҡтары ла бар арабыҙҙа. Туған тигәндә, туғаныңды дошманыңдан айыра белһәңсе, туғаным.Ә минең өсөн минең халҡыма, уның бөйөк рухына, илаһи башҡорт теленә тоғролоҡ һәм мөхәббәт һаҡлаған, ғәзиз Башҡортостаныбыҙҙың, башҡорттоң бәхетле тормошо һәм яҙмышы хаҡына тир түгеп һәм ең һыҙғанып хеҙмәт иткән һәр бер кеше ысын туған. Шуның өсөн дә мин ундайҙарҙың һәммәһенә, олоһона ла, кесеһенә лә, ҙурлап, хөрмәтләп: «Һаумы, туған!» – тип өндәшәм.
Рәшит ШӘКҮР
Читайте нас в