+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2020, 19:30

Шишмәләрҙә алмағас Өҙөп аша алланғас

Шишмә районында 2034 йылға тиклем 1 мең гектар алмағас ултыртыласаҡ.

Шишмә районында 2034 йылға тиклем 1 мең гектар алмағас ултыртыласаҡ.Был турала бөгөн Республика башлығының Шишмә районына эш сәфәре барышында белдерелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, киләсәктә барлыҡ социаль учреждениеларҙы ла үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсә-емеш менән тәьмин итеүгә ынтылырға тейешбеҙ.Емеш-еләк хаҡында белешеү өсөн йыраҡ йөрөргә кәрәкмәй, телефонды куар-кодҡа яҡынайтыу ҙа етә. Шунда уҡ экранда еләклек майҙаны, сәселгән сорт хаҡында тулы мәғлүмәт пәйҙә буласаҡ. Йәғни, питомникта бар эшмәкәрлек заманса технологияларға таянып алып барыла. Быйыл 6 гектарға яҡын майҙанда Италиянан алып ҡайтылған 4 сорт ултыртылған, улар Башҡортостан тәбиғәтенә яраҡлаштырылған. Шулай ҙа хужалар үҫентеләр яңы ергә ныҡлап берекһен өсөн быйылға сәскә-мыйыҡтарын ҡырҡып торған, тәүге уңыш киләһе йыл көтөлә.Шишмә йәшелсә-емеш питомнигы республика халҡына яҡшы билдәле. Тәүге алмағастар бында Бөйөк Ватан һуғышынан һуң 1949 йылда ултыртыла. Питомник йылдар дауамында республикаға экологик яҡтан таҙа, сифатлы продукция оҙата. Әммә һуңғы осорҙа уның иҡтисади хәле аҡһай, үҫеш күҙәтелмәй. Былтыр питомник яңы хужалар ҡулына күсә, хәҙер ул яңы һулыш кисерә тип әйтергә мөмкин. Әле бында алмағас үҫентеләре ултыртылған. Радий Хәбиров белдереүенсә, киләсәктә республиканы тулыһынса үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсә-емеш менән тәьмин итеү бурысы тора. Әле Шишмә питомнигы үҙ продукцияһын 8 райондың мәғариф учреждениеларына оҙата.Хужалар алмағастар майҙанын 1 мең гектарға еткерергә иҫәп тота, тик өҫтәмә ер талап ителә. Бынан тыш, эргәләге быуаны ремонтлау мотлаҡ. Сөнки йәшелсә-емеш үҫтереү өсөн тәү сиратта һыу менән бәйле проблема булмаҫҡа тейеш. Радий Хәбиров һорауҙарҙы тиҙ арала хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Питомник етәкселәре әйтеүенсә, был мәсьәләләрҙе хәл итеү үҫешкә тура юл аса.Питомниктың эшмәкәрлеге менән бәйле һорауҙар Шишмә районында үткән күсмә «Ауыл сәғәте»ндә лә ҡаралды. Республика башлығы фекеренсә, быуаны ремонтлау берҙән, йәшелсә-емешкә һыу һибеү мәсьәләһен хәл итә, икенсенән халыҡҡа ял урыныла буласаҡ.Йәшелсә-емеш питомниктарын үҫтереү өсөн федераль һәм республика субсидиялары ҡаралған. Белгестәр ошо тармаҡта эшләгән йүнселдәрҙең тәҡдимдәрен иҫәпкә алып ярҙам ысулдарын камиллаштырырға ниәтләй. Дәүләт программалары тармаҡтың үҫешенә ныҡлы этәргес яһарға тейеш. Йәғни, киләсәктә сауҙа кәштәләрендәге ситтән килтерелгән йәшелсә-емеште үҙебеҙҙә үҫтерелгәндәрҙең алмаштырыуына өмөт ҙур.
Читайте нас: